Был ҙур сара Өфө ҡалаһында үтәсәк. – Беҙҙең өсөн бизнес аҙналығы ҙур әһәмиәткә эйә, сөнки хәҙер һанлы трансформация бара. Сара программаһы бик ҡыҙыҡлы булмаҡсы. Барыһын да – бизнес һәм федераль структура вәкилдәрен дә ҡатнашырға саҡырабыҙ, – тине ул. Халыҡ-ара бизнес аҙналығы – власть вәкилдәрен, бизнес-берләшмәләрҙе һәм төрлө өлкәләрҙән эксперттарҙы берләштергән иҡтисади ваҡиға. XVI халыҡ-ара бизнес аҙналығының программа конференцияһы ултырышында форумдың эшен 1 декабргә тиклем оҙайтырға ҡарар ителде. Шулай итеп, халыҡ-ара бизнес аҙналығы 22 ноябрҙән 1 декабргә тиклем Өфөләге “Торатау” конгресс-холында үтәсәк. Унда 15 илдән делегацияларҙың ҡатнашыуы көтөлә. Форумдың сайтында (https://ibw-bashkortostan.com/) бөтә төп сессияларҙың трансляцияһы буласаҡ. Сарала ҡатнашыу өсөн https://ibw-bashkortostan.com/reg/ һылтанмаһы буйынса теркәлергә кәрәк. Фото:ibw-bashkortostan.com скриншот