Бөгөн, 19 ноябрҙә, Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында “Географик диктант” яҙҙылар. Уны ер шарының бөтә континентында, Антарктидала ла, хатта Халыҡ-ара космик станцияла ла яҙҙылар. Тәүге географик диктант 2015 йылда Рус география йәмғиәтенең Попечителдәр советы рәйесе Владимир Путин инициативаһы буйынса уҙғарылғайны. Һигеҙ йыл эсендә уны бөтә донъя буйынса 3 миллиондан ашыу кеше яҙған. Аҡмулла университеты уны ойоштороу майҙансығына әүерелде, бөгөн дә вуздың төрлө корпустарында 13 майҙансыҡта ойошторолған акцияла 500-ҙән ашыу студент һәм преподаватель ҡатнашты. Уларҙы БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, Аҡмулла университеты ректоры Салауат Сәғитов сәләмләне. Диктан яҙыуҙа балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә Рәсәй Президенты Премияһы лауреаты, сәйәхәтсе, прозаик Камил Йыһаншин да ҡатнашты һәм акцияның кәрәклеге һәм мөһимлеге хаҡында белдерҙе. Диктант яҙыуҙа Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Салауат Харасов ҡатнашты һәм тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Ул бындай диктантта өсөнсө тапҡыр яҙа. Студенттар ҙа бик теләп яҙҙылар. Ҡатнашыусылар ике өлөшкә бүленгән 40 һорауға яуап бирҙе. Һөҙөмтәләр 12 декабрҙән һуң билдәле буласаҡ, уны Географик диктанттың https://dictant.rgo.ru/ сайтында белергә мөмкин.