“Ошо көндәрҙә, 82 йыл элек, беҙҙең легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы ойошторолған. 1941 йылдың ноябрендә Башҡортостан совет етәкселегенең милли дивизиялар ойоштороу бурысын беренселәрҙән булып үтәй. Яҡташтарыбыҙға хас патриотизм менән улар улдарын фронтҡа әҙерләй башлай: республика хужалыҡтарынан ғәскәри берләшмә ихтыяждарына 13 меңдән ашыу ат, егеү кәрәк-ярағы, кейем-һалым, фураж тапшырыла. Шәхси состав башлыса республиканың райондары иҫәбенә тулыландырыла, сөнки улар аттарҙы тәрбиәләү һәм улар менән эш итеү күнекмәләренә эйә була. Фронтта булған башҡорттарҙың күп кенә командирҙары кире ҡайтарыла һәм яңы ғына ойошторолған дивизияға ебәрелә. Декабрь аҙағында уны фронттан килгән генерал Миңлеғәле Шайморатов етәкләй. Хәрби әҙерлек үтеп, 1942 йылдың июленән яҡташтарыбыҙ һуғыштарҙа, шул иҫәптән Сталинград алышында ҡатнаша. Тәүге көндәрҙән үк шайморатовсылар үҙҙәрен ҡыйыу һәм оҫта яугирҙәр булараҡ таныта. Белая Калитва ҡалаһын азат итеүгә индергән өлөшө өсөн бында уларҙың хөрмәтенә һәйкәл ҡуйылған. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 78 яугире Советтар Союзы Геройы исемен ала. Күбеһе – һәләк булғандан һуң. 1943 йылдың 23 февралендә генерал Миңлеғәле Шайморатов та һәләк була. Башҡорт кавалерия дивизияһы Берлин стратегик операцияһында ла ҡатнаша. Беҙ 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы геройҙары тураһында онотмайбыҙ. 2022 йылда Өфөләге Совет майҙанында Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асылды. Республиканан махсус хәрби операция зонаһына ебәрелгән батальондарҙың береһе данлыҡлы генерал исемен йөрөтә. Былтыр Башҡортостан легендар яҡташыбыҙ ерләнгән Луганск Халыҡ Республикаһының Красный Луч ҡалаһын шефлыҡҡа алды. 82 йыл үтһә лә, Башҡортостан менән Донбассты йәнә тарихи ғәҙеллек өсөн көрәш һәм геройҙар бәйләй”, – тигән ул. Фото: Андрей Назаров сәхифәһе
112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы ойошторолоуға 82 йыл!
19 ноября 202319 ноя 2023
1 мин