Инвестициялар күләме 429 миллион һум тәшкил итте. Апрелдә ZASPORT ваҡлап һатыу селтәренең фирма магазины асылды. 19 ноябрҙә “Россия 24” телеканалында үткән “Рәсәйҙә эшләнгән. Сәләмәт ҡараш” программаһында компанияның производствоһын экспортҡа йүнәлтеү менән киңәйтелеүе, тағы ла 300 хеҙмәткәрҙе ялларға ниәтләүҙәре тураһында хәбәр иттеләр. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хеҙмәткәрҙәр штатын арттырыу йәһәтенән дәүләт ярҙамы тураһында һөйләне. “Федераль мәшғүллек программаһы линияһы буйынса беҙ Рәсәй Федерацияһы Халыҡты социаль яҡлау министрлығы менән берлектә кадрҙар әҙерләү менән шөғөлләнәбеҙ. Кадрҙар элекке профессиональ училищеларҙа, хәҙерге колледждарҙа тәрбиәләнә. Беҙ беренсе курста уҡыусылар һанын арттырасаҡбыҙ”, – тине төбәк етәксеһе. Радий Хәбиров спорт инфраструктураһы йүнәлеше буйынса Башҡортостанда спорт, көрәш, фехтование һарайҙары төҙөлә, тип белдерҙе. Ә “Алға” махсус иҡтисади зонаһындағы фабрика әҙер коммуникациялар, һалым һәм таможня льготалары булып тора. Кейемдәр етештереү 4,5 мең квадрат метрҙан ашыу майҙанда алып барыла. Компания Рәсәй олимпия йыйылма командаһы өсөн кейемдәр тегә лә инде. Компанияның генераль директоры Николай Ступаков һүҙҙәренсә, фабрика туҡымаларҙы Рәсәй һәм сит ил тәьмин итеүселәренән ала. Фото: “Россия 24” телеканалынан скриншот
Спорт кейеме тегеүсеһенә ниндәй ярҙам саралары күрһәтелә?
19 ноября 202319 ноя 2023
1 мин