Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Яңауылда фажиғәле хәл

Бөгөн төндә Яңауыл ҡалаһындағы Некрасов урамында урынлашҡан биш ҡатлы йортта янғын сыға. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, дүртенсе ҡатта урынлашҡан ярҙамсы бина яна башлай. Урынға тиҙ арала 13 янғын һүндереүсе һәм биш берәмек техника килеп етә. Улар шунда уҡ кешеләрҙе ҡотҡара башлай. Автобаҫҡыс һәм өс тубыҡлы баҫҡыс ярҙамында 19 кешене ҡотҡаралар, уларҙың унауһы - балалар. Ҡалған кешеләр үҙаллы сыға. 44 минут эсендә ҡотҡарыусылар утты һүндерә. Үҙаллы бинанан сыҡҡан саҡта 34 йәшлек ҡатын менән уның дүрт йәшлек ҡыҙы төтөнгә ағыулана. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡатын “Ашығыс ярҙам” машинаһында, ә бәләкәй ҡыҙы дауаханаға барып еткәс һәләк була. Әле янғындың сәбәптәре асыҡлана, урында тәүтикшереүселәр эшләй. Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәте.