Электән - өләсәй-әсәйҙән ҡалған был рецепт. Сөсө икмәк бөтөп киткәндә, тиҙ генә ошолай итеп бешереп ала торғайнылар. Бик тәмле, өйҙәгеләр яратып ашай. Балғалаҡ осонда ваҡ сүпрәне бер стакан һөткә йылы һыу ҡушып (800 л), ҡаймаҡ шыйыҡлығы булғансы он өҫтәп болғатырға. Йылы урынға ҡуйып әсетергә. Әсеп сыҡҡас, ярты аш ҡалағы шәкәр ҡомо, ярты балғалаҡ тоҙ, аҡ май ҡырып (200 г) ҡулға йәбешмәҫлек булғансы ҡамыр баҫырға. Күбеп сыҡһа, 0,5 см ҡалынлығында йәйеп, өс урындан бармаҡ менән өйрөлтөп тишек яһап, ҡайнаған үҫемлек майына, йә булмаһа, иретелгән ҡаҙ майына әйләндереп һалып бешерергә. Йылылай ҡаймаҡ һөртөп йәки ҡайнатма һылап ашарға ла була. Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!