Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры профиль ведомстволары етәкселәре, архитекторҙар һәм подряд ойошмалар вәкилдәре менән бергә кампустың төҙөлөш барышын ҡараны. Бинаның 15-се ҡатында бар эштәр тамамланған, инженер коммуникациялары һуҙылған, йылылыҡ бирелгән, әле ҡоролмаларҙы монтажлау, йыһазландырыу эштәре ҡалған. Бында көн һайын өс сменала 600-гә яҡын кеше эшләй. Ете ҡатлы бинала ла эске эштәр башҡарыла, ҡорамалдар ҡуйыла, йыһазландырыла, мәғлүмәт һәм мультимедиа системалары һатып алына. Беренсе ҡатта эскалаторҙы монтажлау көтөлә, иҙәнгә плиткә һәм ламинат түшәйҙәр, түшәмдәргә яҡтыртыҡыстар ҡуйыла. Ресепшн зонаһында ете планшет икенсе сиратта төҙөләсәк ете башняны һынландыра. Башнялар донъяға билдәле ғалимдарҙың исемен аласаҡ. Уарҙың береһенә Ҡытай ғалимы Шэнь Ко исеме биреләсәк. IQ-парк бинаһы асылыуға йыйынғанда икенсе сират төҙөлөштө башлауға ла әҙерлек бара. Кампус проекты - 3500 кешегә йәшәү урыны, уҡыу-фәнни комплекс, лабораториялар, эшлекле зоналар, магазиндар, уңайлы скверҙар һәм башҡа объекттары булған 176 мең кв.м студенттар киңлеге ул. Кампусты төҙөү Рәсәй Президенты Владимир Путин күрһәтмәһенә ярашлы Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының “Фән һәм университетар” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Мәғлүмәт һәм фото: https://pravitelstvorb.ru/news/22244/