Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ишмырҙалар ҙа "Беҙ бергә!" акцияһына ҡушылды

Көндәр һыуытыу менән махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙәргә йылы ойоҡбаштар, өс бармаҡлы бирсәткәләр бәйләп, уларҙы ылау менән оҙатыу тәҡдиме менән "Беҙ бергә" акцияһы иғлан ителде. Был акцияға Баймаҡ районы Ишмырҙа ауылы ағинәйҙәре лә ихлас ҡушылды. Улар бергәләшеп "Аулаҡ өй"гә йыйылып, күңел йылыһын, күҙ нурҙарын, изге теләктәрен ҡушып яугирҙәргә йөн ойоҡбаштар, бирсәткәләр бәйләй. Әйткәндәй, яугирҙәр үҙҙәре үк бирсәткәләрҙе өс бармаҡлы итеп бәйләүҙе үтенгән. Тиҙҙән был әйберҙер ылау менән махсус хәрби операцияла булған яҡташтарға оҙатыласаҡ. Фото һәм видео: Ишмырҙа ауыл мәҙәниәте йорто төркөмөнән.