Найти тему
Башҡортостан гәзите

Бассейн яңы төҫ алды

“Демография” милли проектының “Спорт – тормош нормаһы” федераль проектын тормошҡа ашырыу барышында Салауат ҡалаһының “Алмаз” спорт мәктәбенең йөҙөү бассейны өсөн яңы бүлеү юлдары һатып алынған. Юлдар төрлө масштабтағы спорт сараларын үткәреү өсөн бөтә талаптарға яуап бирә. Улар йөҙөү сиген билдәләү өсөн кәрәк. Бассейн Рәсәй Спорт министрлығының “оҙон” һыуҙа рәсми ярыштарҙы ҡабул итә алған объекттар реестрына инә. Ул һигеҙ юллы 50 метрлыҡ ванна менән йыһазландырылған. Мәктәп спортсылары бер нисә тапҡыр лайыҡлы һөҙөмтәләр күрһәткән. Уҙған чемпионатта һәм Волга буйы федераль округы беренселегендә Софья Ведищева менән Арина Степанцова призерҙар булған һәм йөҙөү буйынса “Рәсәй резервы” Бөтә Рәсәй ярыштарында ҡатнашыу өсөн республика йыйылма командаһы составына ингән. Сара Саранскиҙа 28 ноябрҙән 2 декабргә тиклем үтәсәк. Билдәле булыуынса, "Демография” (национальный проект “Демография”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Башинформ.