Белорет районының Инйәр ауылында Әлиә Саматованың ижад кисәһе тураһында “Башҡортостан” гәзитенең Телеграмдағы каналында яҙып сыҡҡас, минән: “Кем ул Әлиә? Быға тиклем уның тураһында әллә ни ишеткәнебеҙ булманы, тип кешеләр ҡыҙыҡһына”, – тип һораған кешеләр ҙә булды. Әлбиттә, бындай һорауҙар яуғас, аптырап та ҡуйҙым, сөнки уның хикәйәләре күптән таралыу алған, китаптар ҙа сығарған. Әлиә Саматова үҙен хикәйәсе, шағирә итеп танытып өлгөрҙө. Шулай булмаһа, уның ижад кисәһенә Белорет район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Хәйруллин, “Башҡортостан” гәзитенән хеҙмәткәр, яҙыусы, журналист, “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының баш мөхәррире Салауат Кәримов, “Ағиҙел” журналының бүлек мөхәррире, шағир Әхмәр Үтәбай, яҙыусы һәм журналист, "Шоңҡар" журналының яуаплы секретары Венер Исхаҡов, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге педагогия университеты доценты Зәки Әлибаев, ошо уҡыу йорто доценты Сәлимә Таһирова, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары Искәндәр Хәсәнов, Башҡортостандың атҡ