“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Белорет районының Ғәбдүк ауылында оҙаҡламай яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты тәүге пациенттарын ҡабул итәсәк. Ауылда 232 кеше йәшәй, 68-е – балалар. Әлеге ваҡытта яңы бинала электр уты, һыу, канализация үткәрелгән, биләмәне төҙөкләндереү эштәре дауам итә. Яңы ҡорамалдар һәм йыһаздар килтерелгән, оҙаҡламай лицензия алынасаҡ. Медицина учреждениеһы менән Гөлсинә Баязитова етәкселек итә. Фельдшер яҡташтарына 27 йыл дауамында медицина ярҙамы күрһәтә. – Ауыл участка дауаханаһынан 60 километр алыҫлыҡта урынлашҡан. Шуға күрә яңы медицина учреждениеһының асылыуы пациенттар өсөн ҙур уңайлылыҡ тыуҙыра. Халыҡ ваҡытында диспансерлаштырыу үтә аласаҡ, тәүге медик-санитар ярҙам алыу еңеләйә. Медицина ярҙамының ауылға яҡынайыуы шатлыҡлы хәл, – ти Белорет дауаханаһының баш табибы Илдар Хәмитов. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың ара