Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Бөрйәндә аҙна һайын ҡаҙ өмәһе уҙған

Бөрйән районының Байназар ауылының модель китапханаһы төркөмө хәбәр итеүенсә, "Айыҡ ауыл-2023 " конкурсы сиктәрендә, ярышҡа ҡатнашыусы Байназар ауылының уңған ҡатын-ҡыҙҙары элек-электән һаҡланып килгән йола буйынса "Ҡаҙ өмәһе"-нә йыйылған. Ошо ауылда йәшәгән, бар яҡҡа ла өлгөр ғаилә Сулпан һәм Авзал Маликовтарҙа гөрләтеп ҡаҙ өмәһе үткән. Өмәгә килгән ҡатын-ҡыҙҙар халҡыбыҙҙың матур йолаһын еренә еткереп башҡарған. Эш барышы матур аралашыу, күңел асыу менән үрелеп барған. Өмәгә килгән ҡатын-ҡыҙҙар таҙартылған ҡаҙҙарҙы көйәнтәләргә элеп, йырлай-йырлай Ағиҙел йылғаһына сайҡатырға алып төшкән."Эш менән шөғөлләнгән кешенең насар ғәҙәттәргә ваҡыты ҡалмай - айыҡ тормошҡа өҫтөнлөк бирә ауылым уңғандары", -тип хәбәр ителә төркөмдә. Фото: Байназар ауылы модель китапханаһы төркөмөнән.