2023 йылдың декабрендә сафҡа индереләсәк вуз-ара кампуста биоинженерия һәм биопринтинг лабораторияһы урынлашасаҡ. Унда Башҡорт дәүләт медицина университеты ғалимдары эшләйәсәк. Лаборатория быйыл апрелдә үк эшләй башлаған һәм әлеге этапта бер нисә проект үткәрелә, атап әйткәндә, биоинженер күҙ мөгөҙсәһен булдырыу һәм туҡыма-инженер кимерсәген эшләү өсөн күҙәнәктәр һәм гелдәр һайлап алыу. Лабораторияла регенератив маҡсатта биомиметик органдар һәм туҡымалар булдырыла. Төҙөлөшө һәм функцияһы буйынса пациенттың туҡымаһына йәки ағзаһына оҡшаш биоэквивалентты тергеҙеү йәки регенерация маҡсатында, шулай уҡ потенциаль дарыуҙарҙы тикшереү һәм ауырыуҙарҙың патогенезын аңлау механизмдарын өйрәнеү өсөн ҡулланыу планлаштырыла. Лаборатория штатында шулай уҡ урология кафедраһы аспиранттары, “Биология” йүнәлеше буйынса икенсе, өсөнсө курс студенттары һәм магистранттары әүҙем эшләй. Фото: pravitelstvorb.ru
Кеше ағзаһының йәки туҡымаһының биоэквиваленттары эшләнәсәк
19 ноября 202319 ноя 2023
~1 мин