Найти тему
Башҡортостан гәзите

“Ҡоро иҫәп” менән еңделәр!

Континенталь хоккей лигаһының регуляр чемпионатында юлаевсылар Ҡазанда “Аҡ Барыҫ” менән уйнаны. Беренсе осорҙа уҡ хоккейсыларыбыҙ хужалар ҡапҡаһына һөжүм итә башланы. Өҫтәүенә, ике тапҡыр уйынсыларыбыҙ күпселектә уйнаны. Тик “Аҡ Барыҫ” ҡапҡасыһы ла “үҙ биләмәһен” ныҡлап һаҡланы. Икенсе осорҙа юлаевсылар алға сыҡты: Саша Хмелевский шайбаны хужалар ҡапҡаһына сәпәне. Уға Джош Ливо ярҙам итте. Һуңғы осорҙа юлаевсылар үҙ ҡапҡаһын ышаныслы һаҡланы. Алексей Василевский шайбаға ҡапҡаға инергә “ирек бирмәне”. Һөҙөмтәлә мауыҡтырғыс уйын “Салауат Юлаев” файҙаһына 1:0 иҫәбе менән тамамланды. Әйткәндәй, был - юлаевсыларҙың “йәшел дерби”ҙа өсөнсө еңеүе! Афарин! Фото: “Салауат Юлаев” хоккей клубы.