Халыҡ-ара бизнес аҙналығы Рәсәй һәм тышҡы донъя араһында яңы мөнәсәбәттәрҙе үҫтереүгә булышлыҡ иткән мөһим ваҡиға булып тора, тип иҫәпләй Рәсәй Фәндәр академияһы көнсығыш ғилеме институтының Евразия мәғариф һәм хеҙмәттәшлек үҙәге етәксеһе Андрей Быков. Форумда төрлө илдәрҙең эшлекле вәкилдәренә берлектәге проекттарын тикшерергә һәм тормошҡа ашырырға мөмкин буласаҡ. – Өфө – Рәсәй һәм тышҡы донъя араһындағы яңы мөнәсәбәттәр өсөн бик мөһим геостратегик һәм геосәйәси урын: уңайлы урынлашыу – Азия һәм Көнсығыш сиге, Урал тауҙары көньяғы, административ проблемаларһыҙ һәм инвесторҙарға ҡарата иң яҡшы мөнәсәбәт булған, яҡшы идара ителгән төбәк. 23 ноябрҙә 12:00 сәғәттән 13:30 сәғәткә тиклем Өфөлә үтәсәк иҡтисади форумда һеҙҙе махсус сессияға саҡырырға теләйем. Был сессияла күренекле немец иҡтисадсыһы Райнер Хартманн сығыш яһаясаҡ. Ул 31 йыл Европаның иң ҙур газ концерны “Рургаз”дың Рәсәйҙәге вәкиллеген етәкләй. Ул сауҙа палатаһына нигеҙ һалыусы, 20 йыл дауамында Европа бизнесы ассоциацияһын ойоштороусы һәм президенты булып тора. Европаның был иң тәжрибәле иҡтисадсыларының береһе Өфөгә махсус рәүештә килә. Һеҙҙе лә саҡырып ҡалам! – тине Андрей Быков. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Халыҡ-ара бизнес аҙналығы - хөкүмәт вәкилдәрен, бизнес-берләшмәләрҙе һәм төрлө өлкәләрҙән эксперттарҙы берләштергән йыл һайын үткәрелеүсе иҡтисади ваҡиға. XVI халыҡ-ара бизнес аҙналығының программа конференцияһы ултырышы сиктәрендә форумдың эшен 1 декабргә тиклем оҙайтырға ҡарар ителде. Автор фотоһы.