"Мосмедпарк" технопаркы майҙансығында Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының "PROКЛАСТЕРЫ" федераль методик программаһы проекттарын яҡлау булды. Башҡортостан Республикаһы Кластерҙар ассоциацияһы директоры Азамат Юлғотлин, Кластерҙар ассоциацияһы директоры урынбаҫары Анастасия Стояльцева һәм Башҡортостандың Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығының технологик, инфраструктура һәм инновацион үҫеш бүлеге начальнигы Рөстәм Тайыповтан торған республика идара итеү командаһы станоктар эшләү сәнәғәт кластерын булдырыу проектын яҡланы. Өс ай дауамында ҡатнашыусылар сәнәғәт кластерҙарын булдырыу һәм үҫтереү алымдарын һәм берлектәге проекттарға ярҙам итеү инструменттарын, кластерҙар булдырыуҙың иң яҡшы тәжрибәһен өйрәнде. Станоктар эшләү кластерын ғәмәлгә ашырыу машиналар эшләүселәрҙең илебеҙҙә етештерелгән юғары сифатлы һәм ышаныслы ҡорамалдарға ихтыяжын ҡәнәғәтләндерә, шулай уҡ төбәктең инвестицион йәлеп итеү ҡеүәһен арттыра. Проекттың юл картаһы сиктәрендә 2024 йылда документтар тапшы
Башҡортостан идарасылары "PROКЛАСТЕРЫ" программаһының финалына үтте
17 ноября 202317 ноя 2023
1 мин