Башҡортостандың ирекле инвестиция майҙансыҡтары буйынса виртуаль турҙар практикаһы Приморье крайының мәғлүмәт-технология үҙәге вәкилдәрен ҡыҙыҡһындырҙы. Инвестициялар йәлеп итеүҙең һөҙөмтәле механизмдарының береһен ғәмәлгә индереү нескәлектәре Башҡортостан Үҫеш корпорацияһы менән Приморьенан коллегалар ҡатнашлығында кәңәшмә барышында тикшерелде. Кәңәшмә Стратегик башланғыстар агентлығы ярҙамында үтте. Төбәк үҫеш корпорацияһы генераль директорының беренсе урынбаҫары Гөлнара Мифтахова виртуаль турҙар эшләү һәм ҡулланыу тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Ул өҫтөнлөктәр, практиканың һөҙөмтәлелеге һәм кәрәкле инвестициялар тураһында һөйләне. Төбәккә виртуаль турҙар ярҙамында инвесторҙар йәлеп итеү перспективаһына Башҡортостан Республикаһы Үҫеш корпорацияһының генераль директоры Наил Ғәббәсов аңлатма бирҙе. Кәңәшмә йомғаҡтары буйынса ҡатнашыусылар был йүнәлештә артабан үҙ-ара эш итеү тураһында килеште. Бөгөн виртуаль турҙар практикаһы илдең бер нисә төбәгендә таралған. Шуларҙың береһе - Краснодар крайы, унда турҙар инвесторҙар менән эшләүҙә ҡулланыла һәм үҙенең һөҙөмтәлелеген иҫбатлай. Башҡортостандың инвестиция майҙансыҡтары буйынса виртуаль турҙар махсус платформала урынлаштырылған. Ҡулланыусыларға һайлау уңайлы булһын өсөн төрлө параметрҙар буйынса фильтрлау системаһы бар. Шулай уҡ республиканың инвестиция картаһында буш майҙансыҡтар менән танышырға мөмкин. Фото һәм сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/22255/
Приморье властары Башҡортостан тәжрибәһе менән танышты
17 ноября 202317 ноя 2023
1 мин