2023 йылдың ғинуарынан ноябренә тиклем Башҡортостан эшҡыуарҙары 28 тапҡыр контроль-күҙәтеү органдарын үҙҙәре саҡырған. Тәжрибә тикшереү органдары менән бизнестың үҙ-ара эш итеүенең был формаһының һөҙөмтәлелеген күрһәтә. - Профилактик визит бизнесҡа административ баҫымды кәметеү буйынса мөһим сара һәм эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү өсөн һөҙөмтәле инструмент булып тора. Эшҡыуарҙарҙың үҙҙәренә контролерҙарҙы саҡырыуы, профвизиттар үткәреүҙән ҡурҡмауы мөһим. Уларҙың йомғаҡтары бары тик тәҡдим характерында, штраф санкциялары ҡулланылмай. Бынан тыш, эшҡыуарға булған иҫкәртеү визитынан һуң планлы тикшереүҙе үткәрмәҫкә мөмкин, - тип аңлатма бирҙе Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов. Профилактик визиттар мотлаҡ булырға йәки компания (эшҡыуар) инициативаһы буйынса үткәрелергә мөмкин. Мәжбүри визиттар билдәле бер өлкәлә бер йылдан да кәмерәк эшләгән компанияларға, шулай уҡ үтә юғары хәүеф категорияһына ҡараған объекттарға ҡарата үткәрелә. Улар тураһында күҙәтеү аҫтындағы кешегә кәмендә биш эш көнө алдан хәбәр ителә. Эшҡыуар, контролдә тотоусы органдың килер көнөнә тиклем өс эш көнөнән дә һуңға ҡалмайынса, визиттан баш тартырға хоҡуҡлы. Эшҡыуар профилактик визит үткәреүҙе үҙе башлап ебәрергә мөмкин, йәғни күҙәтеү органына (йәки бер нисәһенә) электрон почта аша ғариза менән мөрәжәғәт итергә кәрәк. Закон буйынса, ғаризаны теркәлгәндән һуң 10 көн эсендә ҡарарға һәм яуап бирергә тейештәр. Визит датаһын шәхси эшҡыуарлыҡ йәки компания менән килешеп хәл итәләр (бының өсөн 20 эш көнөнә тиклем ваҡыт бирелә). Ҡайһы бер осраҡтарҙа бындай сараны үткәреүҙән баш тартырға мөмкиндәр. Бының өсөн нигеҙ: эшҡыуарҙың ғаризаһын кире алыуы, әгәр ярты йыл эсендә күҙәтеү аҫтындағы кеше арҡаһында визит ойоштороп булмаһа, ғариза тексында мыҫҡыллау һ.б. булһа йәки элекке баш тартыуҙан алып яңы мөрәжәғәт итеүгә тиклем ике ай үтмәгән булһа. Иҫкәртеү визиты - "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" милли проектының маҡсаттарына өлгәшеүгә йүнәлтелгән сараларҙың береһе. Фото һәм сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/22259/
Эшҡыуарҙар контроль-күҙәтеү органдарын үҙҙәре саҡыра
17 ноября 202317 ноя 2023
1 мин