Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ауыр, тынғыһыҙ хеҙмәттәрендә уңыштар теләйбеҙ

Быйыл Рәсәй Эске эштәр министрлығының участка вәкилдәренең хеҙмәте ойошторолоуға - 100 йыл. Ошо айҡанлы Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының Полиция участка вәкилдәренең һәм бәлиғ булмағандарҙың эштәре буйынса подразделениеларҙың эшмәкәрлеген ойоштороу идаралығы начальнигы, полиция полковнигы Динар МӨХӘМӘТДИНОВ менән әңгәмәләштек. – Динар Айрат улы, мәғлүм булыуынса, һеҙ хеҙмәт юлын милиция ваҡытында участка вәкиле булып башлағанһығыҙ... – Эйе, хеҙмәт юлымды 1996 йылдың октябрендә Өфө ҡалаһының Совет районы эске эштәр идаралығында башланым, хәҙер ул Өфө ҡалаһының 7-се полиция бүлеге тип атала. Ул заманда хеҙмәтебеҙ ауыр ҙа, шул уҡ ваҡытта ҡыҙыҡлы ла булды. Яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеүгә тәжрибәле остаздарым да йоғонто яһаны. Улар 50 йәште уҙған, бөтәһе лә 20–25 йылдан ашыу эшләгән хеҙмәткәрҙәр ине. Уларҙан үҙләштергән тәжрибә минең артабанғы эшмәкәрлегемдең нигеҙе булды, һөнәргә һөйөү уятты. Шуға ла мин эшемде яратып башҡарҙым, хеҙмәтем өсөн халыҡтан рәхмәт һүҙҙәре ишеттем. Ул заман тынғыһыҙ мәл булды. Үҙегеҙ беләһегеҙ, 90-сы йылдар йәмғиәтебеҙҙә кире күренештәр “сәскә атҡан” саҡ булды, шуға күрә беҙгә көнө-төнө эшләргә тура килде. Төндәрен автотранспортты урлауға бәйле енәйәттәр күп ҡылынды. Асарбаҡтар, хөкөм ителгәндәр күп, төрмәнән сыҡҡан кешеләр ҙә бихисап ине, эшһеҙлектең дә йоғонтоһо булды. Әммә беҙ үҙ бурысыбыҙҙы үтәнек, коллектив та татыу ине. – Ошо ике тиҫтә йылда участка вәкилдәренең хеҙмәтендә үҙгәрештәр күҙәтелдеме? – Участка вәкилдәренең хеҙмәт бурыстары әллә ни үҙгәрештәр кисермәне. Ә бына эшкә ҡараш, кешеләрҙең мөнәсәбәте үҙгәргәндер, тип уйлайым, сөнки ул заманда милиция булды, хәҙер – полиция. 90-сы йылдарҙа хәл-ваҡиғаларға саҡырыуҙар аҙ булды, үҙебеҙ участка буйлап йөрөп, тәртип боҙоу осраҡтарын асыҡлай инек. Ә хәҙер, мобиль телефон барлыҡҡа килгәс, полицияға мөрәжәғәттәр күпкә артты. Уларҙың һәр береһе буйынса процессуаль ҡарар ҡабул итеү өсөн аңлатмалар һәм материал йыйырға кәрәк. Ошо йәһәттән, элекке ваҡыт менән сағыштырғанда, участка вәкилдәренә йөкләмәләр күпкә артты. Хоҡуҡ боҙоуға әүәҫ кешеләрҙе шәхсән иҫкәртеү – полиция участка вәкилдәре эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәренең береһен тәшкил итә. Әле эске эштәр органдарында профилактик иҫкәртеү иҫәбендә торған граждандар һаны – 90 мең самаһы. Участковыйҙың ғаилә-көнкүреш өлкәһендә хоҡуҡ боҙоуға юл ҡуйған кешеләр менән тәрбиәүи эш алып барыуы артабанғы енәйәттәргә юл ҡуймауға йоғонто яһай. Административ участкаларҙы эшкәрткәндә “Торлаҡ секторы”, “Көнкүреш”, “Контингент”, “Рецидив”, “Административ күҙәтеү”, “Шартлы” һәм башҡа дөйөм иҫкәртеү операцияларын даими уҙғарыу ауыр һәм айырыуса ауыр енәйәттәргә юл ҡуймауға булышлыҡ итә. Бынан тыш, полицияның участка вәкилдәре ғаиләлә көс ҡулланыуға дусар булған кешеләргә республиканың ғәмәлдәге көрсөк үҙәктәре тураһында мәғлүмәт бирә. Ҡабул ителгән саралар һөҙөмтәһендә һуңғы биш йылда бындай енәйәттәр ике тапҡырға кәмене. Башҡортостанда полицияның участка вәкилдәре йыл һайын 500 мең самаһы граждандың мөрәжәғәтен һәм ғаризаһын ҡарай, һәр дүртенсе енәйәтте аса, 80 меңдән ашыу административ хоҡуҡ боҙоуҙы асыҡлай. Статистика мәғлүмәттәре мөрәжәғәттәрҙе тикшереү буйынса эштең айырыуса мөһим булыуын күрһәтә. Был йүнәлештә үҙ вәкәләттәрен һөҙөмтәле тормошҡа ашырыу, граждандарға уларҙың законлы хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен тормошҡа ашырыуҙа ярҙам күрһәтеү, ә ҡайһы берҙә консультация ярҙамы ла халыҡта участковый хеҙмәтенә ыңғай ҡараш тыуҙыра. – Рәсәй Эске эштәр министрлығының участка вәкилдәренең хеҙмәте ойошто­ролоуға 100 йыл тулыу айҡанлы ниндәй саралар ойошторолдо? – Был мөһим сараға бик яуаплы ҡараныҡ. Быйыл майҙа Өфөнөң Кузнецов затоны биҫтәһендәге Назар Нәжми урамындағы 9-сы йорт янында хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк булған участковыйҙар иҫтәлегенә аллея астыҡ, 30 шыршы ултырттыҡ. Ул ағастар – яңы тормош, республиканың мәңге сафта ҡалған хеҙмәткәрҙәренә сикһеҙ рәхмәт билдәһе. Һәр исемле ағас янына куар-кодлы таҡта ҡуйылған – уның буйынса һәр кем һәләк булған хеҙмәткәрҙең батырлығы менән таныша ала. Аллея нигеҙендә иҫтәлекле мемориал ҡуйылды, унда 30 участка вәкилдәренең фамилияһы мәңгеләш­терелде, улар араһынан 10 хеҙмәттәшебеҙ үлгәндән һуң дәүләт наградаларына лайыҡ булған. Октябрьский ҡалаһында 2001 йылда Төньяҡ Кавказда хәрби командировка ваҡытында һәләк булған участковый, милиция капитаны Азат Нәбиуллинға бағышланған стела асылды. Хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк булған милицияның участка вәкиле, өлкән лейтенант Камил Торсонбай улы Фәтҡолов хөрмәтенә былтыр ноябрҙә Ҡариҙел районында мемориаль таҡтаташ асылды. Шулай уҡ ҡайһы бер райондарҙа һәләк булған хеҙмәттәшебеҙ исеме урамдарға бирелә. Быйыл сентябрҙә участка вәкилдәренең хеҙмәте ойошторолоуға 100 йыл тулыу айҡанлы идаралыҡ флагын Ирәмәл тауының иң бейек түбәһенә ҡаҙаныҡ. Яҙын “Участковый балалар күҙе менән” балалар һүрәте конкурсын ойошторҙоҡ. Унда балалар 600-ҙән ашыу һүрәт тәҡдим итте. Иң яҡшы ижади эштәрҙең авторҙарына бүләктәр тапшырҙыҡ. Республика Хөкүмәте “Башҡортостан Республикаһында иң яҡшы полиция участковыйы”, “Башҡортостан Республикаһында бәлиғ булмағандар эштәре буйынса иң яҡшы инспектор”, “Административ күҙәтеүҙе тормошҡа ашырыу буйынса иң яҡшы инспектор” һөнәри оҫталыҡ конкурстарын үткәреү тураһында ҡарар сығарҙы. Был конкурстар ыңғай тәжрибәне таратыу, полиция хеҙмәт­кәрҙә­ренең һөнәри оҫталыҡ кимәлен камиллаш­тырыуға ҡыҙыҡһыныуын арттырыу, шулай уҡ Рәсәй Эске эштәр министрлығы системаһында полиция участка вәкилдәренең хеҙмәте ойошторолоуға 100 йыл тулыуға арналған юбилей саралары алдынан уларҙы матди дәртләндереү өсөн үткәрелә. Беренсе урынға – 100 мең һум, икенсе урынға – 75 мең һум, өсөнсө урынға 50 мең һум аҡсалата премия ҡаралған. Бөтә Рәсәй буйлап юбилейға арналған “Флаг – символ тапшырыу тантанаһы” акцияһы үтте. Беҙ эстафетаны 9 ноябрҙә Ырымбур өлкәһе тәртип һаҡлау органдарынан ҡабул иттек һәм артабан Санкт-Петербург ҡалаһына тапшырҙыҡ. Эстафета 17 ноябрҙә Мәскәү ҡалаһында Йәмәғәт тәртибен һаҡлау баш идаралығында тамамлана. – Полиция участка вәкилдәренең хеҙмәт шарттарын яҡшыртыу йүнәлешендә ниндәй эштәр атҡарыла? – Республикала 571 полиция участка пункты эшләй, улар, ҡағиҙә булараҡ, торлаҡ секторында, полиция участка вәкиленә беркетелгән участкалар биләмәһендәге ҡалаларҙа, бер йәки бер нисә ауыл биләмәһе зонаһы сиктәрендә ауылдарҙа урынлашҡан. Бөгөн был биналар участка кабинеттары ғына түгел, ә административ участкала енәйәттәрҙе иҫкәртеү эшен ойоштороу үҙәге булып хеҙмәт итә. Урындағы үҙидара органдары ҡатнаш­лығында хеҙмәтләндерелгән административ участкаларҙа полицияның участка вәкилдәре өсөн яңы хеҙмәт биналары асыла, ғәмәлдәгеләре ремонтлана. Мәҫәлән, 2019 йылда Өфө ҡалаһының Инорс биҫтәһендә Ферин урамындағы 31-се йортта полицияның яңы участка пункты асылды. Пункт әлеге ваҡытта заманса талаптарға яуап бирә һәм йыһаздар, компьютер техникаһы менән тәьмин ителгән. Унда Рәсәй Эске эштәр министр­лығының Өфө ҡалаһы буйынса идаралығы­ның 1-се полиция участка бүлеге, шулай уҡ Өфө ҡалаһының Йәмәғәт именлеге үҙәге хеҙмәткәрҙәре урынлашҡан. Быйыл майҙа баш ҡаланың Дим районының “Сағыу” биҫтәһендә полиция участка пункты асылды. 2021–2022 йылдарҙа 64 муниципаль районда һәм ҡала округында урындағы хакимиәттәр 357 полиция участка пунктын ремонтланы. – Динар Айрат улы, һеҙҙе һәм республи­каның барлыҡ полицияның участка вәкилдәрен, ветерандарын һөнәри байрамы­ғыҙ менән ҡотлайбыҙ. Киләсәктә лә һәр хеҙмәткәр “халыҡ участковыйы” тигән маҡтаулы исем йөрөтһөн, тип теләйбеҙ. Фото: mvd.rb