Башҡортостан республикаһының Ауыл хужалығы министрлығы һәм Ҡытайҙың халыҡ-ара эшҡыуарлыҡты үҫтереү үҙәге ауыл хужалығы продукцияһын ташыу буйынса хеҙмәттәшлекте үҫтерергә ниәтләй. Тейешле килешеүгә 23 ноябрҙә Өфөлә XVI халыҡ–ара эшҡыуарлыҡ аҙналығы сиктәрендә ҡул ҡуйыласаҡ. - Бөгөнгө көндә Ҡытай, Башҡортостандан ауыл хужалығы продукцияһын ташыу өсөн иң уңайлы йүнәлеш, – ти Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Илшат Фәйзрахманов. – Республика Ҡытай иленә тауарҙар оҙата башланы ла инде. Күләмдәрҙе һәм ассортиментты арттырыу мөмкинлеге бар. Документта хеҙмәттәшлектең өҫтөнлөклө йүнәлеше булып Ҡытай Халыҡ Республикаһы территорияһына ауыл хужалығы продукцияһын, атап әйткәндә, май ризыҡтарын, йәғни көнбағыш, рапс майы, шрот, ит продукцияһын, уның субпродукттарын, шәкәрҙе, ҡоро һөт продукттарын һәм күп йыллыҡ үлән орлоҡтарын оҙатыуҙы ойоштороу тора. Берлектәге инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу сиктәрендә яңы эш урындары булдырыу ҙа килешеү буйынса өҫт