Әбйәлил районы Йәлембәт ауылында йәшәгән Гөлнара һәм Ринат Шаһыбаловтарҙы ауылдаштары өлгөлө ғаилә булараҡ яҡшы белә. Ғаилә башлығы ҡортсолоҡ менән шөғөлләнеп, йылҡы үрсетһә, хужабикә уларҙы һатыу юлдарын таба. Матур ғаиләлә өс бала тәрбиәләнә. Иң өлкән ҡыҙҙары - Миңһылыу Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай институтының II курс студенты, улдары Сыңғыҙ 8-се класта уҡый, ә кинйәкәүҙәре Гөлфинә 2-се класта белем ала. Сыңғыҙ күберәк теүәл фәндәр менән ҡыҙыҡһынһа, Гөлфинә бәләкәйҙән бейергә ярата. Донбасс ерендә махсус хәрби операция башланғас, үҙе Чечня яуын үтеп, тотош Төньяҡ Кавказды урап сыҡҡан ғаилә башлығы тынысһыҙлана башлай. Телевизорҙан бер ғәйепһеҙ балаларҙың ата-әсәһеҙ ҡалыуын күреп, үҙенең дә махсус хәрби операцияға барырға теләген белдерә, контраксы булараҡ документтар әҙерләй. Гөлнара Әнүәр ҡыҙы иренең ҡарарына ҡаршы килмәй: “Мин бер яуҙан иҫән-һау әйләнеп ҡайттым. Ышан, ҡәҙерлем, мин һиңә был юлы ла иҫән-һау ҡайтырға вәғәҙә бирәм”, – тигән һүҙенә: “Һин һүҙ бирҙең”, тип кенә яуаплай. Чечнялағы “Рени” позывнойын үҙенә ала, әлеге ваҡытта башҡа яугирҙәр менән Ватаныбыҙҙы һаҡлау буйынса үҙенең хәрби бурысын яуаплы үтәй. Былтыр июль айынан яу биләмәһендә, бер тапҡыр ғына ваҡытлыса ялға ҡайта. —Ялда булғанында ла махсус хәрби операция биләмәһендә ҡалған яугирҙәре өсөн бигерәк ныҡ борсолдо, уларға мөмкинлек булған һайын шылтыратып хәлдәрен белеште. Ни тиһәң дә, яуҙа сыныҡҡан, Төньяҡ Кавказды урап сыҡҡан һалдат бит инде. Үҙен дә иптәштәре ихтирам итеп кенә йөрөтә, сөнки ул кешегә шул тиклем иғтибарлы, ярҙамсыл. “Утлы нөктә”ләрҙе үткән һалдат булараҡ физик яҡтан да, психологик яҡтан да фронттағы ауырлыҡтарға әҙер булыуы, бер аҙ тәжрибәһе лә ярҙам итмәй ҡалмайҙыр. Нисек кенә ауыр булмаһын, балалар менән бергәләп уны борсомаҫҡа, проблемаларҙы һөйләмәҫкә тырышабыҙ. Бәйләнешкә сыҡһа, һәр саҡ позитив яңылыҡтар, матур ваҡиғалар менән таныштырабыҙ. Үҙе лә көслө рухлы, ҡайһы саҡта йомшарып, күҙҙәрем йәшкәҙәгән саҡта һәр саҡ шаяртып, нимәлер ҡыҙыҡлы хәлдәрҙе һөйләп көлдөрөп алырға ярата. Тиҙерәк илдә тыныслыҡ урынлашып, яугирҙәребеҙ иҫән-һау ғаиләләренә ҡайтһын, тигән теләктәмен,–ти Гөлнара Әнүәр ҡыҙы. Махсус хәрби операция биләмәһендә ҡатнашҡан яугирҙең ғаиләһенә күптән түгел ауыл фермеры алты тоҡ ашлыҡ биргән, утын да алып килгәндәр. Әммә яугир ҡатыны уҡыу йылы башланғандан бирле бәләкәс ҡыҙы Виленаны Таштимер урта мәктәбенә алып йөрөргә транспорт таба алмай яфалана. Былтыр мәктәп уҡытыусылары алмашлап тигәндәй үҙҙәренең автомобилдәре менән ҡыҙҙы мәктәптән алып йөрөткән, бөгөн уның һорауы әле булһа асыҡ ҡала килә. “Үҙем эшләмәйем, әле өйҙәмен. Йорт, ҡош-ҡорт, мал-тыуар - барыһы ла үҙемдең өҫтә, балалар төрлө түңәрәктәргә йөрөй, әле береһе ҡайта, әле икенсеһен ҡаршыларға кәрәк. Күп етәкселәргә өйҙә тик ултырған кеүек күренәмдер инде. Кеше ҡайғыһын кеше аңлаймы ни, үҙ башына төшмәһә”,–ти Гөлнара ханым. Әйткәндәй, Таштимер ауыл биләмәһенән “Рени” позывнойлы яугир берҙән-бер контраксы. Гөлнара Әнүәр ҡыҙының әле хәсрәтле мәле: бер туған ҡустыһы “Басир” позывнойлы яугирҙең август айынан алып хәбәре юҡ. Ул “еҙнәйем МХО-ға китте, нисек оялмай өйҙә ятам, мин дә Ватаныбыҙҙы һаҡларға тейеш”, – тип махсус хәрби операция биләмәһенә юллана. Яугир Рысҡужа ауылынан, туғандарының төрлө урындарға, район һәм республика военкоматтарына, депутаттарға хат яҙыуҙары әлегә яуапһыҙ ҡала. Әсәһенең йөрәге улының юғалған тигән хәбәрен күтәрә алмай, яңыраҡ ҡына гүр эйәһе булған. Яугир ҡатындарына еңел түгел, әммә улар бирешмәй, быға уларҙың хоҡуғы юҡ. Яу яланында ирҙәре иле, тыуған ере, ғаиләһе өсөн алышҡанда, нисек итеп улар тыныс тормошта ҡаршылыҡлы кәртәләр, һынауҙар алдында юғалып ҡалырға тейеш һуң?! Шулай ҙа ауыр булған заманда бер-беребеҙгә ҡарата саҡ ҡына мәрхәмәтлерәк булырға кәрәктер. Тыуған илебеҙҙең ысын патриоттары Ватаныбыҙҙы һаҡларға киткәндә, уларҙың тылы ла ныҡлы һәм ышаныслы булырға тейеш. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыу дауам итә. Теләге булғандар берҙәм белешмә номерына – 117, Ситуация үҙәгенә 122, +7 (347) 218-19-19 телефонына шылтырата йәки “Минең документтарым” күп функциялы үҙәгенең яҡындағы офисына, йәки башбат.рф сайтына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ йәшәгән урыны буйынса хәрби комиссариатҡа һәм Өфөләге хәрби комиссариат һайлап алыу пунктына (Революция урамы, 156 адресы буйынса) килергә мөмкин. Автор фотоһы.