Өфөлә Бөтә Рәсәй “Ҡатын-ҡыҙ – йыл директоры” конкурсының XXVII төбәк этабына йомғаҡ яһалды. Сара Башҡортостан Республикаһы ҡатын-ҡыҙ эшҡыуарҙары ассоциацияһы һәм Эшҡыуарлыҡ һәм туризм минстрлығы менән берлектә ойошторолдо. Ул “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ инициативаһына ярҙам” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылды. - “Ҡатын-ҡыҙ – йыл директоры” – уникаль конкурс, 27 йыл инде ул төрлө тармаҡтарҙа һәм өлкәләрҙә эшләгән иң яҡшы етәкселәрҙе асыҡлай. Конкурста ҡатнашыусылар республика, йәмәғәтселек үҫешенә ҙур өлөш индерә. Ойоштороусыларға һәм конкурс финалсыларына уңыштар, бөтмәҫ көс, бәхет теләйем, - тине эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов. Быйыл конкурста ҡатнашырға 50 ғариза бирелгән, ә финалға Өфөнән, Туймазынан, Дәүләкәндән, Күмертауҙан, Благовещендан, Бәләбәйҙән, Ғафури, Ейәнсура, Балтас, Краснокама, Миәкә райондарынан 35 ҡатын-ҡыҙ сыҡты. Улар бөтәһе лә предприятие етәкселәре, ижади шәхестәр, уңышлы ҡатын-ҡыҙҙар. Финалда һәр береһе үҙ эше, стимулдары һәм уңышҡа илткән юлы тураһында һөйләне. 2024 йылда республика конкурсында еңеүселәр Бөтә Рәсәй “Ҡатын-ҡыҙ – йыл директоры” этабында ҡатнашасаҡ. https://pravitelstvorb.ru/news/22275/ Фото: Башҡортостан Хөкүмәте. “Ҡатын-ҡыҙ - йыл директоры” еңеүселәре Рәсәй этабында ҡатнаша
“Ҡатын-ҡыҙ - йыл директоры” еңеүселәре Рәсәй этабында ҡатнаша
18 ноября 202318 ноя 2023
1 мин