Өфө фән һәм технологиялар университетында полилингваль мәктәптәр өсөн уникаль уҡытыусылар әҙерләнә. Был "Өҫтөнлөк-2030" федераль программаһының "Евразия педагогик дизайны" стратегик проекты сиктәрендә мөмкин булды. Өфө университеты ғалимдары коллективы профессор Гөлфирә Абдуллина етәкселегендә 10 йылдан ашыу мәғариф учреждениелары өсөн методик ресурстар булдырыу өҫтөндә уңышлы эшләй. Команда ағзалары Башҡортостандың полилингваль белем биреү мөхитендә әүҙем ҡулланылған заманса технологияларҙы файҙаланып, һөҙөмтәле ресурстар әҙерләгән. Был "Сәләм" мобиль ҡушымтаһы, унда башҡорт һәм рус телдәрендә төрлө тормош хәлдәре буйынса 35 тема буйынса 1500-ҙән ашыу йыш ҡулланылған һүҙбәйләнештәр һәм һөйләмдәр бар. Шулай уҡ Өфө фән һәм технологиялар университеты белгестәре тарафынан башҡорт телен үҙ аллы өйрәнеү өсөн комплекслы мультимедиа мобиль ҡушымта булдырылған. "Башҡорт теле буйынса үҙаллы өйрәнеү әсбабы. Элементар кимәл" - башҡорт дактиль алфавитын һәм башҡорт ишара теле нигеҙҙәрен өйрәнеү бу