18-19 ноябрҙә Өфөләге “Динамо” спорт комплексында полиция генерал-лейтенанты Артур Фәрүәз улы Әхмәтханов иҫтәлегенә көрәш буйынса Бөтә Рәсәй турниры үткәрелә. Был турнирҙа Рәсәйҙең 24 төбәгенән 152 спортсы ҡатнаша. Тағы Башҡортостандың 16 районынан 108 көрәшсе үҙ көсөн һынай. Ярыштар үткәрелгән ике көндә 2005-2006 һәм 2004 йылғы егеттәр 10 ауырлыҡ үлсәмендә көс һынаша. Бөгөн был сара тантаналы асылды. – Йылдан-йыл был турнир масштаблыраҡ үткәрелә. Башҡортостанда спорттың барлыҡ төрҙәре лә мөһим. Тиккә генә Рәсәй Президенты Владимир Путин киләһе йылда беҙҙә “Рәсәй – спорт иле” форумын үткәреү тураһындағы ҡарарҙы ҡабул итмәне. Киләһе йылда – Өфөнөң 450 йыллығын билдәләгән ваҡытта – Көрәш һарайын асасаҡбыҙ. Ул халыҡ-ара ярыштарҙы үткәреү мөмкинлеген бирәсәк, – тине Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров сараны асҡанда. – Артур Фәрүәз улы Әхмәтханов уникаль кеше булды. Ул Башҡортостаны өсөн барыһын да эшләгән илһөйәр юлын үтте. Был турнир абруйың менән тотош ил күләмендә үҫ
Артур Әхмәтханов иҫтәлегенә турнир ил көрәшселәрен йыйҙы
18 ноября 202318 ноя 2023
2 мин