18 ноябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге “Патриот” хәрби-патриотик паркында булды. Бында “Мин киләсәкте булдырам” исемле республика вуздарының студенттар активы слеты үтте. Слетта профсоюз ойошмалары һәм студенттар советтары вәкилдәренән 220 кеше ҡатнаша. Улар йәмәғәт эшен ойоштороу буйынса үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашты. Төбәк етәксеһе буласаҡ белгестәр менән аралашты, уларҙың артабанғы ғилми һәм хеҙмәт эшмәкәрлеге перспективаларын тикшерҙе. – Беҙ “Патриот” паркында йәштәр менән даими осрашыуҙар үткәрәбеҙ, унда уңайлы йәшәү, шөғөлләнеү, ижади әүҙемлек һәм тиҫтерҙәре менән аралашыу өсөн бөтә шарттар булдырҙыҡ, – тине Радий Хәбиров. – Һәм, әлбиттә, бындай осрашыуҙарҙа беҙ пландарыбыҙ, йәштәр сәйәсәтенең өҫтөнлөктәре хаҡында һөйләйбеҙ. Һеҙ – республикабыҙҙың киләсәге. Әлбиттә, бер нисә йылдан Башҡортостандың үҫеш йүнәлештәрен билдәләй ҙә башларһығыҙ. Әлегә беҙҙең бурыс бер-беребеҙҙе аңлау. Һеҙ шулай уҡ беҙҙең идара итеү командаһының нимә менән шөғ