Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Айыу һунарсының үҙенә йәбешә...

40-тан ашыу айыу алған. Әйтеүе генә анһат! Һуңғы ваҡытта айыу-бүреләр күбәйҙе. Ауылға яҡынлашты ғына түгел, ә эсенә инеп йөрөү осраҡтары ла бар. Бөгөнгө һүҙем үҙ ғүмерендә 40-тан ашыу айыу алған ысын һунарсы – Азамат ағай Хөсәйенов тураһында булыр. Атаһы мәрхүм (87 йәшендә мәрхүм булып ҡалды) - Сәйеткирәй ағай бөтәһе балалары менән 70-ләп бүре алған. Шуны шәйләгәнем бар: үҙен ысын һунарсы тип һанаған кеше бер ҡасан да һунары тураһында бөтәһен дә түкмәй-сәсмәй һөйләп бирмәй, ә ниндәйҙер өлөшөн, серен үҙендә ҡалдыра. Ә шулай ҙа ул миңә икебеҙ ҙә йәшерәк саҡта ике һунары тураһында һөйләне. Бер һунарында айыу уның ҡулын яра тешләй: “Әгәр ҙә ҡулымдағы мылтығымды икенсе ҡулыма күсереп өлгөрмәһәм, белмәйем - нимә менән бөтөр ине...” - ти. Һунарсы йылға эсендә айыуҙың һыйырҙы йыға алмай йөрөгән ваҡытта, уңайлы мәлен тап итеп, айыуға атып ебәрә, ләкин айыу һунарсының үҙенә йәбешә. Яралы ҡулын силғауы менән бәйләй, ә фуфайканың еңе өҙөлөп ятып ҡала. “Айыуға ағайың менән бар", - тигән әйтем бар халыҡта, ә ул һунарға яңғыҙы йөрөй. Үҙен ихтирам иткән һәр ир-егет күңеле менән һунарсылыр ул. Әммә бөтәһе лә был һәләткә эйә була алмай, бигерәк тә һунар һылтауы менән урманға сығып, кәйеф-сара ҡороп, шешәләрҙе, хатта үҙҙәрен дә яра атып ҡайтыусылар күбәйеп китте. Ни өсөн әҙәм затын айыуға һунар итеү ымһындыра, ҡыҙыҡһындыра һуң? Минеңсә, айыуҙың тиреһе, ите, майы, үте, тырнаҡтары ғына ҡыҙыҡһындырмай кешене, ә үҙенән физик яҡтан ғына түгел, ә рухи яҡтан да көслөрәк йыртҡысты аулау кешегә үҙенең өҫтөнлөгөн иҫбат итеү, һунарсы ҡомарын ҡайтарыу, тантана итеү өсөн кәрәктер. Ә шулай ҙа айыу-бүреләр күбәйҙе түгелме? Автор: Ғайса Ишмөхәмәтов. Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Гайса Ишмухаметов (vk.com)