“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Көйөргәҙе районының Асҡар ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты тәүге пациенттарын ҡабул итте. Программаның маҡсаты изге – халыҡтың ихтыяжын иҫәпкә алып, йәшәгән урынға яҡын медицина учреждениеһында тәүге ярҙам күрһәтеү. Яңы бинала халыҡты фельдшер Наилә Солтанова хеҙмәтләндерәсәк. Ул бында 20 йылдан ашыу эшләй. Медицина пунктына 225 кеше теркәлгән. Фельдшер-акушерлыҡ пунктында диспансерлаштырыу үткәреү, кисектергеһеҙ ярҙам күрһәтеү, ауырыуҙарҙы ҡабул итеү өсөн бөтә шарттар бар,– ти Наилә Базарбай ҡыҙы. Юғары тиҙлекле интернет булыуы фельдшерға ЭКГ һөҙөмтәһен тиҙ алыу, республика стационарҙары белгестәре менән кәңәшләшеү мөмкинлеген бирә. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологиялар индереү мөһим бурыстар булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологиялары индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу. Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.