Найти тему
Башҡортостан гәзите

Исеме халҡыбыҙға ҡайтарылды

Салауат ҡалаһының тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында “Кинйә Арыҫланов. Образ һәм легенда” исемле күргәҙмә тәҡдим ителде. Күргәҙмә башҡорт халҡының милли геройы, рухи лидеры һәм остазы, хәрби етәксеһе, Кинйәабыҙ ауылына нигеҙ һалыусы Кинйә Арыҫлановтың тыуыуына 300 йыл тулыуға арналды. Башҡорт халҡы тарихында абруйлы лидерҙар етәкселегендә халыҡтың күтәрелеүе һәм еңеүҙәр яулауына миҫалдар күп. Уларҙың береһе - Кинйә Арыҫланов. Ул – исеме башҡорттарҙың Емельян Пугачев ихтилалында ҡатнашыуы менән айырылғыһыҙ бәйле булған һирәк тарихи персонаждарҙың береһе, ғәҙеллеге, намыҫлылығы, халыҡ улы булыуы менән хөрмәт ҡаҙанған башҡорт старшинаһы. Ул Салауат Юлаев кеүек үк мәңгегә милли геройҙар иҫәбендә ҡаласаҡ. Күргәҙмә ҡунаҡтары Кинйә Арыҫлановтың шәжәрәһен, традицион биҙәлештәге тирмәне, Емельян Пугачевтың хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың ҡоралын күрә алды. Уникаль экспонаттар араһында Арыҫланов төҙөгән һәм ҡултамғалаған Пугачевтың хаттары, манифестары, шулай уҡ Арыҫлановтар нәҫеленең күренекле вариҫтары тураһында материалдар бар. - Кинйә Арыҫлановҡа бағышланған күргәҙмәгә килеүселәр бөгөн XVIII быуатта барған башҡорт халҡының тарихын күрә алды. Милли батырыбыҙ – Башҡортостан тарихы буйынса дәреслектәрҙәге бөйөк шәхестәребеҙҙең береһе. Республикаға Кинйә Арыҫлановтың исемен ҡайтарыу өсөн күп эштәр башҡарылды, бер нисә китап нәшер ителде, крәҫтиәндәр һуғышы ваҡиғаларына арналған ғилми конференциялар уҙғарылды, тематик күргәҙмәләр асылды, бына уларҙың береһе бөгөн Салауат ҡалаһы музейында икәнен күрәһегеҙ, – тине Башҡортостан Республикаһы Милли музейы директоры урынбаҫары Рида Русланова. Был мөһим сараны асыу тантанаһында Салауат ҡалаһының 25-се башҡорт гимназияһының “Шайморатов класы” уҡыусылары ҡатнашты. Балалар Кинйә Арыҫлановтың биографияһы, 1773 – 1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышының тарихи ваҡиғалары менән танышты. Сара аҙағында күргәҙмәлә ҡатнашыусылар экскурсия үтте һәм “Кинйә Арыҫланов – батыр һәм юлбашсы” фильмын ҡараны. “Кинйә Арыҫланов. Образ һәм легенда” күргәҙмәһе “Мәҙәниәт” милли проектын (национальный проект “Культура”) тормошҡа ашырыу сиктәрендә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы “Мәҙәни мөхит” федераль проекты булараҡ эшләнде. Фото: “Башҡортостандың мәҙәни донъяһы” сайтынан.