Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Гармунсылар яугирҙәргә сәләм юллай

Баймаҡ районы Түбәнге Иҙрис ауылы мәҙәниәт йортоноң “Еҙ төймә” халыҡ гармунсылар ансамбле “Беҙ тыныслыҡ яҡлы” акцияһына ҡушылып, гармунда көйҙәр башҡарған видеояҙма менән уртаҡлашты һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарына үҙенсәлекле сәләм юлланы. “Яуҙа йөрөгән егеттәребеҙҙең тиҙерәк еңеү менән имен-һау ҡайтыуҙарын теләйбеҙ”, - ти Түбәнге Иҙрис гармунсылары Самат Сәлихов, Хәйбулла Арғынбаев, Ғәфүр Йәнғолов, Миңлегөл Халиҡова, Мөбәрәк Сәлихов һәм ансамблдең етәксеһе Рәсимә Халиҡова. “Еҙ төймә” халыҡ гармунсылар ансамбле ауылда һәм төбәктә үткән барлыҡ сараларҙың уртаһында ҡайнап, ауыл тормошон биҙәп йәшәй. Фото: видеояҙманан скриншот. Видео авторы – Рәсимә Халиҡова.