Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ошондай һауа торошона әҙерме һеҙ?

Башгидрометүҙәктә хәбәр итеүҙәренсә, ноябрҙең тәүге яртыһында субтропик һауа массаһы өҫтөнлөк итеү сәбәпле йылы торҙо. Уртаса температура норманан 4-7 градусҡа юғары булды. Ә ял көндәрендә, синоптиктар фаразынса, республикала һиҙелерлек һалҡынайта. Ел төньяҡтан, һауа температураһы төндә -5, -10 градусҡаса төшә, аяҙайтҡанда -15 градус һалҡын, көндөҙ -2, -7 градус. 18 ноябрҙә урыны менән ҡар яуыуы көтөлә, 19 ноябрҙә аяҙ. Әҙ күләмдәге яуым-төшөм республиканың айырым райондарында ғына. Синоптиктарҙың алдан фаразлауы буйынса, Башҡортостанда 21-22 ноябрҙә ҡар яуыуы көтөлә. Юлдарҙа томан төшөү, боҙлауыҡ ҡаплау ихтималлығы тураһында иҫкәртә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы. Һаҡ булығыҙ! Автор фотоһы.