Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

"Башҡортостандан ул!" тинеләр уның хаҡында

Яҡташыбыҙ Әлфиә Ниғмәтуллинаның төрлө конкурстарҙағы сығыштарын ҙур ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтеп барабыҙ. Күптән түгел “Рәсәй-1” федераль телеканалында “Әйҙәгеҙ, бөтәбеҙ бергә!” проектының ярымфиналына үтте. Әйткәндәй, быйыл төп бүләк биш миллион һум тәшкил итә. Бәйгелә ҡатнашыу өсөн ул жюри ағзаларын да, тамашасыларҙы ла әсир иткән “От чего так березы шумят” һәм “Ай былбылым” йырҙарынан уңышлы башҡарҙы. Һөҙөмтәлә ул ярымфиналға сыҡты. Бөгөн дә йырсыбыҙ был бәйгелә сығыш яһап ҡына ҡалманы, ярымфиналды асты. "Башҡортостандан ул!" - тине бер эксперт, уны күргәс. "Ул шәп йырлай", - тине икенсеһе. Күп һоҡланыу тойғолары уятты яҡташыбыҙ музыка белгестәрендә. Әлфиә Ниғмәтуллинаға конкурс ваҡытында яҡташыбыҙға терәк булып әсәһе Венера Ниғмәтуллина, биш йәшлек улы Арғымаҡ, Александр Васин, Наталья Толмачева килгәйне. Әлфиә Ниғмәтуллина бала саҡтан алып йырлай һәм өс йәшенән сәхнәлә сығыш яһай. Алыҫ Себерҙә барлыҡҡа килгән Ниғмәтуллиндар ғаиләһе туғыҙ йыл элек Ҡырмыҫҡалы еренә күсеп килеп, ошонда төпләнә. Әлфиәгә йыр-моңға булған һәләт ҡәҙерле әсәһенән бирелгән. Музыка мәктәбендә һәм колледжында белем алған, скрипкала уйнарға өйрәнгән һәм Мәскәүҙәге Маймонида исемендәге дәүләт классик академияһының донъя музыкаһы мәҙәниәте факультетын тамамлаған. Әлфиә Ниғмәтуллина - Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстар, фестивалдәр лауреаты, Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының маҡтау грамотаһы менән бүләкләнгән. “Зaман” этно төр-көмө солисы булған саҡта, башҡорт телендә сығыш яһап, “Тюрквидение” телевизион конкурсында 25 ил араһында өсөнсө урын яулайҙар. “Рәсәй-1” каналындағы тапшырыуҙа, 100 эксперт – музыка өлкәһендәге абруйлы, мәртәбәле белгестәр алдында, сығыш яһау еңел түгел, әлбиттә. Әммә Әлфиә Ниғмәтуллина ҡаушап ҡалманы, киреһенсә, сағыу бер “йондоҙ” булып балҡыны! Был ғына түгел, ул милли телдә – туған башҡорт телебеҙҙә – сығыш яһаған берҙән-бер ҡатнашыусы булды. Ҡурай моңо, халҡыбыҙ фольклоры, сағыу, үҙенсәлекле тауыш, хатта тәбиғәтебеҙ һынланғандай булды – быларҙың барыһы ла тамашасыларҙа сикһеҙ һоҡланыу уятты. Уны хатта Евгений Романов тағы Себерҙә үткәреләсәк фестивалгә саҡырҙы. Тапшырыуҙы алып барыусы Николай Басков иһә Өфөлә бергә башҡорт телендә сығыш яһарға тәҡдим итте. Шулай итеп, яҡташыбыҙҙың сығышы башҡаларҙан айырылып тороуы һоҡландырҙы. Уның ижадында Тыуған илебеҙгә, мәҙәниәтебеҙгә булған һөйөү ярылып ята. Шуға уның менән билдәле артистарҙың хеҙмәттәшлек итергә теләүе лә тиккә түгел. Тағы шуныһы мөһим: Әлфиә Ниғмәтуллина Башҡортостан данын башҡа ҡитғаларға тағы бер тапҡыр яңғыратты! 76 балл яулап, артабан сығыш яһау мөмкинлеге булмаһа ла, ул тамашсылар күңелендә айырым бер урын биләне, башҡорт мәҙәниәтен таратыуға сикһеҙ өлөш индерҙе. "76 балл - башланғыс ҡына", - тине бер белгес. Афарин, яҡташыбыҙ! Артабан да ижади еңеүҙәр теләйбеҙ! Тағы ла уның сығыштарын көтөп ҡалабыҙ! Фотолар: vk.com/alfiya_ildarovna