Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров креатив индустрия мәктәбен асыу тантанаһында ҡатнашты. Белем усағы Өфө дәүләт сәнғәт училищеһында эшләй. Шуныһы, был тәңгәлдә Стәрлетамаҡ ҡалаһына етеүсе юҡ, быға хәтлем ошо ҡалалағы республика мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжында креатив индустрия мәктәбе асылғайны. Тиҙҙән ул Сибай ҡалаһында ла асылырға тейеш. – Креатив индустриялар – ул технология менән сәнғәтте ҡушыу тигән һүҙ, – тине Радий Хәбиров. – Был бик ауыр мәсьәлә, уның ҡарауы, йәштәр һеҙ уны еңеп сығасаҡһығыҙ. Креатив индустрия мәктәбен үҙенең 100 йыллығын билдәләгән Өфө сәнғәт училищеһында астыҡ. Бында ремонт эштәрен башларға уйлайбыҙ. Радий Фәрит улы ҡыҙ һәм егеттәргә уңыштар теләне. Фото: Башҡортостан Башлығы.