Кисә Башҡортостан Республикаһы буйынса Роспотребнадзор идаралығы был хәл буйынса тикшереү башланы. Хәл-ваҡиғаға асыҡлыҡ индерелгәнгә тиклем ваҡытлыса аҙыҡ-түлек блогы эше туҡтатылған. Инфекцияның таралыу хәүефе юҡ. Бөгөн шул мәғлүм булды. Гигиена һәм эпидемиология үҙәге тарафынан зыян күргән уҡыусыларҙа һәм ике хеҙмәткәрҙә норовирус булғанлығы асыҡланған. Алдан күҙаллауҙар буйынса, эпидемиологик тикшеренеү һөҙөмтәһе буйынса, инфекцияның сығанағы - аҙыҡ блогы хеҙмәткәре. Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте лә түбәндәгеләрҙе хәбәр итә: ”2023 йылдың 16 ноябрендә Урта махсус музыка колледжында уҡыған ҡайһы бер балаларҙың ашҡаҙандары ауыртыуға, үҙҙәрен насар тойоуға бәйле мөрәжәғәттәре теркәлде. Башҡортостан буйынса Роспотребнадзор идаралығы тарафынан эпидемиологик тикшереү үткәрелде. Уның һөҙөмтәләре буйынса, интернатта йәшәүсе балаларҙа, туҡландырыусы аутсорсинг компанияһының ҡайһы бер хеҙмәткәрҙәрендә норовирус инфекцияһы асыҡланған. Балаларҙың хәле уртаса, бөтәһе лә өйҙәрендә. Колледжда эпидемияға ҡаршы өҫтәмә санитар саралар үткәрелә”. Фото: Роспотребнадзор.