Найти тему
Башҡортостан гәзите

Үҙән йылғаһы аша күперҙе астылар

Ҡырмыҫҡалы районында ремонттан һуң Үҙән йылғаһы аша күперҙе астылар. Эштәр “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проектына ярашлы башҡарылған. Күпер Александровка ауылы янында Ҡырмыҫҡалы – Атйетәр – Дәүләкән – Талбазы автомобиль юлының 23-сө километрында урынлашҡан. Оҙонлоғо – 47 метрҙан күберәк. Подрядсыһы - “Магистраль” компанияһы - объектты графиктан алда тапшырған. - Контракт буйынса беҙ эште 2024 йылдың октябрендә тапшырырға тейеш инек, әммә ремонтты алдан тамамланыҡ. Объект тапшырылды һәм ҡабул итеп алынды, - тине “Магистраль” компанияһының производство-техник бүлеге начальнигы Рөстәм Әхмәров. Күперҙә тулыһынса тимер-бетон конструкцияһы, юл япмаһы алмаштырылған, ситенән ныҡлы таяуыслы кәртә ҡуйылған. Был күпер Р-240 федераль трассаһына алып сыға. Фото: