Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

“Башҡорт” тәүге көндән үк алғы һыҙыҡта

Махсус хәрби операция башланыу менән хәрби бурыстарын үтәүгә тотонғандар араһында Ҡырмыҫҡалы районының “Башҡорт” позывнойлы егете лә бар. Ул Ҡырмыҫҡалы районындағы С.М. Чугункин исемендәге мәктәпте отличноға тамамлағас, Өфө дәүләт авиация техник университетына уҡырға инә. Диплом алғас, армияға саҡырыла. Хеҙмәт итеп ҡайтҡас, күп уйлап тормай, контракт төҙөй. Хәҙер ул алғы һыҙыҡта, тип яҙа яҡташы тураһында “Кармаскалинская новь”. –Улыбыҙ бәләкәй саҡтан хәрби булырға хыялланды. Бик сабыр холоҡло, дисциплиналы, аҙ һүҙле, – тип һүрәтләй улын әсәһе.– Бер ҡасан да бер нәмәгә зарланғаны булманы. Йәй көнө ҡыҫҡа ял бирҙеләр уға. Батырлығы өсөн Суворов миҙалына лайыҡ булды. Тыныслыҡ, именлек хаҡына көрәшкән яугирҙәребеҙҙең Еңеү менән иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйем! Улдарын дүрт күҙ менән яу яланынан көткән әсәләр генә түгел, республикабыҙҙа йәшәгән һәр кем батыр егеттәребеҙҙең тыуған яҡҡа тиҙерәк ҡайтыуына өмөт итә, уларға ҙур ышаныс менән баға. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: контракт төҙөү өсөн республика халҡы берҙәм 177 номеры буйынса мөрәжәғәт итә, Ситуация үҙәгенә 122 йәки (347) 218-19-19 телефоны буйынса шылтырата ала. Шулай уҡ яҡындағы “Мои документы” күп функциялы үҙәгенә мөрәжәғәт итергә була. Бөтә һорауҙарығыҙға башбат.рф сайтында яуап табырға мөмкин. Фото: https://karmaskaly-nov.ru/news/obshchestvo/2023-11-17/sbylas-mechta-stat-voennym-3524895