Бөрйән районы хакимиәтенән алынған мәғлүмәттәр буйынса, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүенсә, 17 ноябрҙән Оло Нөгөш йылғаһындағы күпер аша Брәтәк ауылына юл йөрөргә мөмкин. Әле күпер ситенә кәртәләр һәм проект-смета документацияһында ҡаралған башҡа эштәрҙе атҡарыу алып барыла. Бөтә эштәр тамамланғандан һуң күперҙе комиссия ҡабул итәсәк. Күперҙе үткәндә автомобиль билдәле ауырлыҡтан артмаҫҡа һәм тиҙлек режимы һаҡланырға тейеш, тип иҫкәртә ведомство. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: көслө яуым-төшөм һөҙөмтәһендә Оло Нөгөштөң һыуы ҡалҡып, күперҙе эштән сығарғайны. Фото: mchsrb