Найти тему
Башҡортостан гәзите

Кис ултырып ойоҡбаш бәйләйҙәр

Ишембай районының Түбәнге Әрмет ауылы мәҙәниәт йортонда эшләп килгән”Әхирәттәр” клубы ағзалары кис ултырыуҙарҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ир-егеттәргә йылы ойоҡбаштар, бейәләйҙәр бәйләй. Үткән йылдан алып улар әллә нисә тапҡыр гуманитар ылау туплап оҙатҡан. Беҙ барғанда ла әхирәттәрҙе ошо изге эш мәлендә тап иттек. Уларҙың моңланып бәйләгән мәлен һеҙҙең иғтибарға ла тәҡдим итәбеҙ. 2011 йылдан алып эшләп килгән "Әхирәттәр" клубына йөрөүселәр фольклор сығыштары менән дә сығыш яһайҙар, кис ултырып бер-береһен бәйләм, аш бешереү серҙәренә өйрәнәләр, балаларҙы халыҡ йолаларына өйрәтәләр. Автор фотоһы һәм видеоһы.