Найти тему
Башҡортостан гәзите

"Байыҡ"тар сәхнәне гөрләтте!

Баш ҡалабыҙҙағы "Башҡортостан" дәүләт концерт залының оло сәхнәһе иҙәне кисә кис дер һелкенеп торҙо. Ни өсөн тигәндә, бында быйылғы "Байыҡ" башҡорт бейеүе телевизион конкурсының финалы һәм гала-концерты булды. Залда ниндәй мөхит хөкөм һөргәнен бер һүҙ менән генә аңлатып булмайҙыр. Ысын мәғәнәһендә күңел байрамы, рух тантанаһы булды ул. Береһенән-береһе талантлы, көслө, сағыу финалсылар сыға торҙо, алҡыштар ҡыҙа барҙы. Тамашасылар үҙҙәре лә ҡушылып бейергә төшөп китерҙәй талпынып ултырҙы, сәпәкәй һуғыуҙан устары ҡыҙып китте. Еңеүселәр асыҡланды, бүләктәр тапшырылды, ялҡынлы кисәнән күңел байыны, хис-тойғолар ташты. Ә тамаша аҙағында инде тамашасыларҙы ифрат ҙур бүләк көтөп торған булып сыҡты – сәхнәне легендар "Еҙ үксә" бейеүе дер һелкетте. Уны тәүге башҡарыусылары, Ф. Ғәскәров ансамбленең ветерандары – Риф Ғәбитов, Рим Әбделмәнов, Рәдис Тотманов, Рафаэль Амантаев башҡарҙы, уларға хәҙерге алмаштары – йәш ғәскәровсылар ҡушылды. Иҫ китмәле күренеш ине был - башҡорт бейеүенең тантанаһы! Әйткәндәй, Риф Ғәбитов "Байыҡ"тың иң шәп бейеү ҡуйыусыһы булып танылды, уға 100 меңлек сертификат тапшырылды. Ошондай ҙа онотолмаҫ хәтирәләр бүләк иткән, башҡорт бейеүенең тиңһеҙ гүзәллеген, бөйөклөгөн тағы бер иҫкә төшөргән "Байыҡ" командаһына, етәкселәре Рита Өмөтбаеваға йөҙ, мең тапҡыр афарин! Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА. Автор фото-, видеолары. Дөйөм фото – "Байыҡ"тың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.