Бар бит арабыҙҙа ихлас кешеләр! Һәр эшкә улар дәррәү ҡушыла, бар күңелен һалып башҡара. “Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” төркөмөндә барған Халыҡ-ара әсә көнөнә арналған конкурста ҡатнашҡан Динә Миңлеғәли ҡыҙы Нәфиҡова – тап шундайҙарҙан. Ул Ауырғазы районының Үрге Ләкәнде ауылында йәшәй. Тормош иптәше Миҙхәт Ғабдрахман улы менән өс бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Ҡыҙҙары Миләүшә Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалын тамамлаған. Әле Мәләүез ҡалаһындағы “Ғаилә хеҙмәте” үҙәгендә уңышлы ғына эшләп йөрөй. Ире Марсель менән ике бала тәрбиәләйҙәр. Улдары Урал Ишембай нефть-газ колледжын тамамлаған. Ҡатыны Венера менән ике бала тәрбиәләйҙәр. Йәш ғаилә Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәй. Урал ситтән тороп белем алыуын дауам итә. Әлеге ваҡытта Динә менән Миҙхәт Нәфиҡовтар ейәнсәре Камилланы тәрбиәләй. Ул - Стәрлетамаҡ ҡалаһының Ленин исемендәге лицейҙың 11-се класс уҡыусыһы. Медицина һөнәрен алырға уйлай. Матур ғына үҫеп килә, бәхетле, ғүмерле булһын! Динә Миңлеғәли ҡыҙы 40 йылдан ашыу ғүмерен балаларға белем биреүгә арнаған. Ул хаҡлы ялға сыҡҡас, хужалыҡ эштәренә күберәк ваҡыт бүлә. Күпләп мал тоталар. “Иптәшем һыйыр малына яуаплы булһа, мин күпләп ҡош-ҡорт үҫтерәм. Әлбиттә, был эштәрҙә балалар ярҙам итә. Уның араһында баҡса ҡарарға, ейәнсәрҙәрем менән аралашырға ла ваҡыт табыла, - ти уңған әсә. - Китап уҡырға яратам, бигерәк тә шиғырҙар уҡыу оҡшай. Шиғыр уҡып, ауыл мәҙәниәт йорто үткәргән төрлө мәҙәни сараларҙа, ауыл тирә-яғын тәртипкә килтереү һәм башҡа шуның кеүек эштәрҙә ҡатнашам”. Динә Миңлеғәли ҡыҙы, күп кенә гүзәл зат вәкилдәребеҙ кеүек, ауыл ҡатын-ҡыҙҙары менән бергә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарға ярҙам итергә тырыша. “Яҙын, йәйге эштәр башланғансы, туҡмас киҫеп ебәргәйнек. Ҡышҡа, алла бойорһа,тағы ла планлаштырған уй-ниәттәребеҙ бар”, - ти әсә. Төркөмөбөҙҙә ойошторолған конкурста ихлас ҡатнашҡан Динә Миңлеғәли ҡыҙы өсөн тауыш бирәйек, дуҫтар, комментарийҙарҙы йәлләмәй яҙайыҡ, лайктар ҡуяйыҡ. Фотолар Динә Нәфиҡованың шәхси архивынан.