Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Был боронғо көнйәләгә нисә йыл тип уйлайһығыҙ?

Ишембай районына эш сәфәребеҙ барышында Түбәнге Әрмет ауылында ҡул эшенә оҫта байтаҡ апайҙар менән күрешеү форсаты тейҙе. 33 йыл балалар баҡсаһында ашнаҡсы булып эшләп, әлеге көндә хаҡлы ялда булған Миләүшә апай Хисамованы бик боронғо көнйәләлә йөн иләгән мәлендә тап иттек. Ҡәйнәһенең әсәһе ҡасандыр ҡулланған көнйәлә бөгөн дә шулай быуындан-быуынға күсеп тоғро хеҙмәт итә. Ике ҡәйнә менән йәшәгән Миләүшә Абрар ҡыҙы уларҙан да байтаҡ ҡул эше нескәлектәренә өйрәнә. Бәйләмгә ҡыҙыҡһыныуы бала саҡтан килә, шуға ла ғүмер буйы ҡулынан энә төшмәй. -Бәләкәй сағымда өләсәйем ойоҡбаш бәйләмен һалып ҡайҙалып сыҡһа, үҙемсә бәйләп ҡарап боҙоп китә торғайным. Минең бәйләргә теләгем барлығын белеп бәйләргә лә, йөн иләргә лә өйрәтте өләсәйем. Үҫмер ваҡытта әсәйемә шәл дә бәйләштем. Ул уртаһын бәйләгәнсе, мин ситтәрен өлгөртөп ҡуя инем, - тип һөйләне әңгәмәсем. Үҙе балалар үҫтергәндә лә был шөғөлө ярҙамға килә. Нимәгә тотонһа, шуны бәйләп ҡуя. Әле лә ҡул эшһеҙ тормай Әрмет оҫтаһы. Хатта ҡулланыштан сыҡҡан сепрәктәрҙе, полиэтиленды ла файҙаға әйләндерә. Уларҙан төрлө япмалар, иҙәнгә бәләкәй балаҫтар эшләп ҡуя. Автор фотоһы.