Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

"Күп нәмә һеҙгә бәйле"

17 ноябрҙә Өфөнөң Совет майҙанында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Эске эштәр министрлығы системаһында полицияның участка вәкилдәре хеҙмәте ойошторолоуға 100 йыл тулыуға арналған тантаналы сарала ҡатнашты. Сара алдынан Радий Хәбиров һәм абруйлы ҡунаҡтар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры, Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскә һалды. Төбәк етәксеһе полиция участка хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотланы, “Башҡортостан Республикаһында иң яҡшы полиция участковыйы”, “Башҡортостан Республикаһында бәлиғ булмағандар эштәре буйынса иң яҡшы инспектор” һәм “Административ күҙәтеүҙе тормошҡа ашырыу буйынса иң яҡшы инспектор” номинацияларында һөнәри оҫталыҡ конкурстары еңеүселәренә дәүләт наградаларын, шулай уҡ дипломдар һәм аҡсалата сертификаттар тапшырҙы. - Хөрмәтле иптәштәр! Һеҙҙе участковыйҙар хеҙмәте ойошторолоуҙың 100 йыллығы менән ихлас ҡотлайым! Республиканың һәр кешеһе өсөн тап һеҙ – иң төп һаҡсылар, тормошта килеп тыуған хәл

17 ноябрҙә Өфөнөң Совет майҙанында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Эске эштәр министрлығы системаһында полицияның участка вәкилдәре хеҙмәте ойошторолоуға 100 йыл тулыуға арналған тантаналы сарала ҡатнашты. Сара алдынан Радий Хәбиров һәм абруйлы ҡунаҡтар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры, Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскә һалды. Төбәк етәксеһе полиция участка хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотланы, “Башҡортостан Республикаһында иң яҡшы полиция участковыйы”, “Башҡортостан Республикаһында бәлиғ булмағандар эштәре буйынса иң яҡшы инспектор” һәм “Административ күҙәтеүҙе тормошҡа ашырыу буйынса иң яҡшы инспектор” номинацияларында һөнәри оҫталыҡ конкурстары еңеүселәренә дәүләт наградаларын, шулай уҡ дипломдар һәм аҡсалата сертификаттар тапшырҙы. - Хөрмәтле иптәштәр! Һеҙҙе участковыйҙар хеҙмәте ойошторолоуҙың 100 йыллығы менән ихлас ҡотлайым! Республиканың һәр кешеһе өсөн тап һеҙ – иң төп һаҡсылар, тормошта килеп тыуған хәлдәрҙә ярҙамсылар. Күп нәмә һеҙгә бәйле. Участка хеҙмәткәре намыҫлы хеҙмәт иткән ерҙә һәр ваҡыт тәртип һәм тыныслыҡ, кешеләр үҙҙәрен хәүефһеҙ тоя. Йыл һайын һеҙ йөҙҙәрсә енәйәт, меңдәрсә административ хоҡуҡ боҙоуҙарҙы асыҡлайһығыҙ, суррогат алкоголь менән сауҙа итеүҙе туҡтатаһығыҙ, социаль яҡтан имен булмаған ғаиләләр менән эшләйһегеҙ, көнкүреш енәйәттәрен иҫкәртеү менән шөғөлләнәһегеҙ. Республиканың участка вәкилдәренең хеҙмәтенең шәхси составы һәр саҡ батырлыҡтары, юғары һөнәри оҫталыҡтары, хәстәрлелектәре һәм кешеләргә иғтибарлы булыуы менән айырылып тора. Һеҙ йыш ҡына ғүмерегеҙҙе ҡурҡыныс аҫтына ҡуяһығыҙ, көтөлмәгән хәлдәрҙә ярҙамға килергә әҙерһегеҙ. Мәҫәлән, Салауат ҡалаһынан участка хеҙмәткәре Руслан Сәйфуллин йәки Сибай участка хеҙмәткәре Азамат Ҡоланбаев кеүек, бер ни ҙә уйлап тормай, утҡа ташланаһығыҙ һәм кешеләрҙе янғындан ҡотҡараһығыҙ. Һеҙгә һәм хеҙмәттәштәрегеҙгә хеҙмәт бурысына тоғролоҡ һәм батырлыҡ өсөн рәхмәт! – тине республика Башлығы сығышында. Фото: glavarb.ru