Ошо көндәрҙә Һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары республика клиник дауаханаһының баш табибы Хәлил Мостафин күркәм юбилейын билдәләне. Ошо айҡанлы уның бер туған һеңлеһе Айгөл Хәкимйәнова социаль селтәрҙә матур һүҙҙәр яҙған. "Ни эшләптер беҙ үҙебеҙҙең иң-иң яҡындарыбыҙға күңелебеҙҙәге матур һүҙҙәрҙе әйтергә тартынабыҙ. Оялыумы ул, шулай тәрбиәләгәндәрме, аңлатыуы ҡыйын. Хәтеремдә, бала саҡта ағай-апайҙарымды исеме менән генә йөрөтөү ғәҙәткә инеп киткәйне. "Ағас тел! Ул бит һинең ағайың (апайың)!" - тип әрләргә кешеһе булмағандыр инде күрәһең. Әсәйем баҡыйлыҡҡа иртә күсте, атайым колхоз эшенән арманһыҙ булып ҡайтыр ине, оло йәштәге өләсәйем һигеҙ баланы ашатып-эсереп, өҫтөн йыуыуҙан бушамағандыр инде. Ошо көндәрҙә үҙенең оло юбилейын билдәләүсе Хәлил ағайым Мостафинды байрамы менән ҡотлап, әйтелмәгән матур һүҙҙәремде еткермәйенсә булдыра алмайым. Башҡортостанда ғына түгел, бөтә Рәсәйгә билдәле табип минең ағайым! Мин Хәлил ағайыма һәр саҡ: "Һин минең маяғым!"- тип әйтәм. Эйе, алға барыр дөрөҫ ю