Хәйбулла районы Аҡъяр ауылында йәшәгән Хәҙисә Ғаффан ҡыҙы Усманова үҙенең 95 йәшен билдәләгән. Был хаҡта Хәйбулла районы хакимиәтенән хәбәр итәләр. "Һәр оло кеше үҙенең ҡартлығы бәхетле булыуын теләй. Йәшлек нисек тә үтә ул, ҡартлығың бәхетле булһын, тиҙәр, ғәҙәттә. Үҙ ғүмерҙәре эсендә күпме ауырлыҡ күрергә-кисерергә тура килмәһен, ҡартлыҡ көндәрен тыныс, бәхетле тормошта, ҡәҙер-хөрмәттә үткәргән өлкәндәр һәр ауылда бар һәм улар яҡындарының терәге, йорт йәме, ауылдаштары өсөн хөрмәтле ағинәй булып йәшәй. Аҡъяр ауылында ла бихисап ундайҙар. Олпат юбилейын – 95 йәшен билдәләгән Хәҙисә Ғаффан ҡыҙы Усманова шундайҙарҙың береһе. Йәнтеш ауылында тыуып үҫкән тыл хеҙмәтсәне - аяныслы һуғыш йылдарында бил нығытҡан быуын вәкиле. Фронтта һалдаттар тиңһеҙ батырлыҡ күрһәтһә, ул да тиҫтерҙәре менән бергә тылда иҫ киткес түҙемлек, фиҙакәрлек менән эшләп, Бөйөк Еңеүҙе яҡынайта. Һуңынан оҙаҡ йылдар дауамында бухгалтер булып эшләп хаҡлы ялға сыға. - Үҫмер, йәшлек йылдарым һуғыш афәтен күреп, аслыҡта, ю