Махсус хәрби операцияла һәләк булған Ғайсар Ҡужахмәтовтың исеме мәңгеләштерелде. Ул көндө йәше лә, ҡарты ла иртә менән Башҡорт Үргене (халыҡ телендә – Үрген) ауылының мәктәбенә ашыҡты. Әлбиттә, барыһының да йөҙө моңһоу, айырыуса егеттең әсәһенең һәм бер туғандарының йөҙө хәсрәт тулы. Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Дәмин Юлановтың һүҙҙәренә ҡарағанда, беренсенән, Ғайсар кеүек батыр егеттәр булғанда илебеҙ сиген бер ниндәй ҙә дошман боҙа ла, ватаныбыҙға баҫып та инә алмаясаҡ, икенсенән, ошондай ҡыйыу һалдаттар үҫеп килеүсе йәш быуынға өлгө ролен үтәй, һәр береһен илһөйәрлек рухында тәрбиәләй. Бөгөн һалдат хөрмәтенә мәктәптә асылған таҡтаташтан тере сәскәләр өҙөлмәй, үргендәр генә түгел, ситтән дә киләләр бында. Юҡһыналар уны, "дуҫыбыҙ арыҫлан йөрәкле ине" тип иҫкә алалар. Кластағы герой партаһында ултырып белем эстәргә теләүсе уҡыусылар күп, улар үҙҙәрен батыр итеп хис итә, бер башҡа үҫкәндәй итеп тоя. Тап бында белем алған ҡыҙҙар ҙа, малайҙар ҙа ватанының ысын патриоттары булып буй е