Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм “Группа Мовиста” компанияһы төбәктә электр транспортын үҫтереү буйынса килешеү төҙөнө. Документҡа Мәскәүҙә 11- 17 ноябрҙә үткән “Транспорт аҙналығы” саралары сиктәрендә ҡул ҡуйылған. Килешеүгә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров һәм “Группа Мовиста” компанияһы директорҙар советы ағзаһы Михаил Хромов ҡул ҡуйған. Документҡа ярашлы, Өфөлә трамвай системаһын комплекслы модернизациялау проекты тормошҡа ашырыла. Андрей Назаров әйтеүенсә, бөгөн баш ҡаланың төньяҡ һәм көньяҡ өлөштәрендә бер-береһенә бәйләнмәгән дөйөм оҙонлоғо 86,3 километр тәшкил иткән трамвай тармағы бар. Проектты Ҡала электр транспортын модернизациялау буйынса федераль программаның икенсе тулҡыны сиктәрендә тормошҡа ашырыу күҙаллана. Өфөләге трамвай системаһын яңыртыуҙы ике этапта үткәреү планлаштырыла. Беренсе этапта ҡаланың көньяҡ өлөшөндә 2026 йылға тиклем 37,4 километр трамвай юлы реконструкциялана. Ленин урамында Революция һәм Ибраһимов бульварын бәйләгән 1,8 км оҙонлоғонда яңы трамвай линияһын һуҙыу планлаштырыла. Был этапта шулай уҡ - яңы трамвай депоһын төҙөү, 10 ярҙамсы станцияны реконструкциялау, 60 заманса тәпәш иҙәнле бер секциялы трамвайҙар алыу. Тәүге этапты тормошҡа ашырыу өсөн инвестиция күләме - яҡынса 20,6 миллиард һум. Фото һәм мәғлүмәт: https://pravitelstvorb.ru/news/22254/
Төбәктә электр транспортын үҫтереү буйынса килешеү төҙөлдө
16 ноября 202316 ноя 2023
1 мин