Башҡортостан Башлығы Мәскәүҙә үткән XVII “Рәсәй транспорты” халыҡ-ара форумында республика рәсми делегацияһының төп эш һөҙөмтәһе менән журналистарҙы таныштырҙы. –Йыл һайын көҙ беҙ “Транспорт аҙнаһы”нда ҡатнашабыҙ. Беренсенән, бында илдәге транспорт һәм юл инфраструктураһы үҫешенең йүнәлештәре билдәләнә. Икенсенән, был майҙан федераль структура һәм эре компаниялар етәкселәре менән һөйләшеү алып барырға мөмкинлек бирә. Беҙ күп мәсьәләләр хаҡында фекер алыштыҡ. Хөкүмәт Рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин менән ентекле һөйләшеү булды. Өфөнән Көнсығыш сығыу юлы төҙөлөшөн тамамлау, Р-240 трассаһын үҙгәртеп ҡороу, М-12 трассаһын төҙөү мәсьәләләре күтәрелде. Көнсығыш сығыу юлы буйынса финанслау мәсьәләһе ябылды. Бөтә ҡарарҙар ҡабул ителде, декабрҙә был объектты файҙаланыуға тапшырыу өсөн тейешле средстволар декабрҙә буласаҡ, – тине Радий Хәбиров. Башҡортостан Башлығы М-12 трассаһын төҙөгәндә урындағы халыҡтың йәшәйешенә зарар килтермәү, зыянды ҡаплау, боҙолған юлдарҙы тергеҙеү мәсьәләһенә лә туҡталды. Был йәһәттән ойоштороу һәм юридик ҡарарҙар ҡабул ителәсәк. Етәксе Көнсығыш сығыу юлының икенсе этабы буласағын, был коридорҙы Салауат Юлаев проспекты аша Галле ҡалаһы исемендәге урам менән тоташтырыу кәрәклеген белдерҙе. Өҫтәүенә ул М- 5 һәм М-7 трассаларын да тоташтырасаҡ. Фото: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/172074.html