Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһының етенсе состав ағзалары йыйылыш үткәрҙе. Башҡортостан Республикаһы Башлығы һәм Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай тарафынан раҫланған Йәмәғәт палатаһы ағзалары “Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы тураһында”ғы Законына ярашлы, ағзалыҡҡа урындағы йәмәғәт берекмәләренең ун вәкилен алыу тураһында ҡарар ҡабул итә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Йәмәғәт палатаһының тәүге ун ағзаһы 26 октябрҙә Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай ултырышында тауыш биреү юлы менән һайланды. 2 ноябрҙә Башҡортостан Башлығы Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһы ағзаларының икенсе тиҫтәһен раҫлау тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Йыйылышта бөгөн һайланған ағзалар Йәмәғәт палатаһының яңы составын тулыландырасаҡ. Етенсе состав ағзалары тәүге йыйылыштарын 2023 йылдың 23 декабрендә үткәреүҙе планлаштыра. Шунда уҡ рәйес һәм уның урынбаҫарҙары һайланасаҡ, палата структураһы раҫланасаҡ. Фото: https://op.bashkortostan.ru/presscenter/news/582991/