Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Яҡшы юлдар үҫешкә юл аса

Мәскәүҙә XVII ”Рәсәй транспорты” халыҡ-ара форумында Радий Хәбиров “Автодор” дәүләт компанияһы идараһы рәйесе Вячеслав Петушенко менән осрашты. Көн ҡаҙағында – бер өлөшө республикабыҙ биләмәһе буйлап үтәсәк М-12 “Восток” тиҙлекле магистраль төҙөлөшө барышы. Һүҙ 140 километр тәшкил иткән Дүртөйлө–Ачит участкаһы тураһында бара. “Автодор” идараһы рәйесе Вячеслав Петушенко Башҡортостан менән хеҙмәттәшлектең юғары тәьҫирлеген билдәләне һәм республика етәкселегенә рәхмәт белдерҙе. –Дүртөйлө районындағы яңы трассала Ағиҙел аша күпер һалғанда үҙенсәлекле ысулдар ҡулландыҡ. Күпер матур буласаҡ, ә заманса технологияларҙы ҡулланыу уны ваҡытында файҙаланыуға тапшырыуға булышасаҡ. Яңы юлдар төбәктә туризмды һәм бизнесты үҫтереүгә юл асасаҡ, – тине Вячеслав Петушенко. Фото: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/172073.html