Әлиә мәктәпте тамамлағандан һуң яратҡан һөнәре буйынса юғары уҡыу йортона уҡырға ингән. Бер көн университетҡа китеп барғанда үҙенән ун йәшкә олораҡ ир менән танышҡан. Оҙаҡламай студент ҡыҙ менән баш ҡалалағы заводтарҙың береһендә эшләгән ир ғаилә ҡорған. “Әсәйем тыныс холоҡло. Ул мәктәпте тамамлағандан һуң күп тә үтмәй кейәүгә сыҡҡан. Ә атайымдың уға тиклем ғаиләһе булған, айырылышҡан. Әсәйемдән ун бер йәшкә оло ине. Вазифалы урында эшләһә лә, эсергә яратты, әсәйем менән икебеҙгә ҡул күтәреү ғәҙәти күренеш ине, – тип һөйләй ҡыҙ. – Институтҡа уҡырға еңел генә индем. Тик бына йүнле кейенергә аҡса юҡ ине. Атай беҙгә бер тин дә бирмәне. Ошондай хәлдә булғанлыҡтан, Илназға кейәүгә сыҡҡанмындыр инде. Ул ҡатыны менән айырылған ине. Ике балабыҙ бар хәҙер”. Әлиә эштән гел һуң ҡайта. Юғары уҡыу йортон тамамлап диплом алһа ла, һөнәре буйынса эш таба алмаған. Шуға магазинда һатыусы һәм йыйыштырыусы булып эшләй. Үҙе әйтеүенсә, өйҙә лә барыһына ла – ашарға бешерергә лә, йыйыштырырға ла – өлгөрөргә