Башҡортостанда йыл аҙағына тиклем “һаҡаллы” төҙөлөштәрҙе тамамлау планлаштырыла. Был хаҡта төҙөлөш һәм архитектура министры Артем Ковшов “Башинформ” агентлығында үткән матбуғат конференцияһында белдерҙе. –Республикала проблемалы 125 объект һәм намыҫһыҙ төҙөүселәрҙән зыян күргән 10 мең граждан иҫәпләнде. Был йылдарҙа ҙур эш башҡарылды. Республика етәкселеге, Биләмәләрҙе үҫтереү федераль фонды һәм Башҡортостан Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы тырышлығы менән проблемалы объекттарҙы төҙөү темпы тиҙләтелде. Йыл аҙағына тиклем уларҙы төҙөп бөтөргә һәм көткән кешеләргә түләргә тейешбеҙ, – тип билдәләне министр. Әлеге ваҡытта республика биләмәһендә 22 проблемалы объект бар. Алтыһы республика көсө менән төҙөлә, шуларҙың бишеһе “Цветы Башкирии” ҡасабаһында, ә береһе - Өфөнөң Пархоменко урамындағы 290-292 кварталдарында. Быларҙан тыш, тағы 111 өлөшсөнөң хоҡуҡтары ҡайтарыласаҡ. Ғөмүмән алғанда, төҙөлөштә ҡатнашыусы 530-ҙан ашыу граждандың хоҡуҡтарын тергеҙеү планлаштырыла. Фото: https://pravitelstvorb.ru/news/22250/